«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проект сиктәрендә ҡалала биш яңы йәмәғәт урыны барлыҡҡа килә. Шуларҙың Туғайлы биҫтәһендәге балалар ял майҙансығы, хәүефһеҙлек нормаларына тура килтереп, заманса төҙөлә, әле тамамланыуға яҡынлаша.
“Ағиҙел” ҡунаҡханаһы янында “Йәшлек”, 3-сө гимназия алдында “Ғаилә” скверы һәм Йәштәр биҫтәһендә балалар майҙансығында ла эштәр башҡарыла. Был объекттарҙы 1 октябргә тиклем тамамлау ҡаралған.
Ошо биш йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә федераль һәм республика ҡаҙналарынан йәмғеһе 17 миллион һумдан ашыу йүнәлтелгән. Шуның 4 миллион 700 мең һумдан ашыуы ҡаланың Спорт һарайы яҡлап Мәләүез йылғаһы ярын төҙөкләндереүгә ҡаралған. Шуларҙың 98 проценты - федераль, 2-һе - республика һәм 5 проценты урындағы бюджеттан бүленгән. Ҡала биләмәһе хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге баш белгесе Алһыу Ковинская әйтеүенсә,
был проекттың маҡсаты - йылға ярын төҙөкләндереү, ҡала халҡына ял итеү урыны булдырыу. Эшҡыуар Артур Алавердян подрядсы ойошмаһы ҡороған ағастарҙы ҡырҡып, йылға яры буйлап тротуар плитаһы түшәй башланған. Шулай уҡ эскәмйә урынлаштырыу, яҡтыртыу, юлға асфальт түшәү, тирә-яғын төҙөкләндереү ҡаралған һәм дә йәшелләндереү күҙаллана.