Был хәрби драманы Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. 19 сентябрҙә картина киң прокатҡа сыҡты. Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу алдынан күрһәтелде. Кинотаҫманың прокаты менән Walt Disney компанияһы шөғөлләнә.