Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 23 сентябрҙә төбәктә болотло һауа торошо, ямғыр, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫеүе, көсәйгәндә секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ - 4-9 градус йылы.
24 сентябрҙә синоптиктар ваҡыты менән ҡар ҡатыш ямғыр, еңелсә боҙлауыҡ фаразлай. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, ваҡытлыса ҡар ятыуы мөмкин. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә минус 2-нән плюс 3-кә тиклем, көндөҙ 3-8 градус йылы.
25 сентябрҙә республикала урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр, еңелсә боҙлауыҡ фаразлана. Төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә минус 4-тән плюс 1 градусҡа тиклем. Көндөҙ һауа 5-10 градусҡаса йылына.