Тымыҡ күл буйҙарын оя иткән
Өйрәктәр ҙә китте алыҫҡа,
Хушлаштылар бөгөн улар менән
Бергә үҫкән һылыу ҡамыштар.
Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә,
Суҡлы шәл ябынған ҡайындарҙың
һары шәл суҡтарын һүгәләр.
Өй алдында яңғыҙ ҡарт тирәгем
һуңғы япраҡтарын ҡаҡһа ла,
Сәскә ата кеүек баҡсала...
Тик хыялдар... Эх, хыялдар!..
Шәрә тауҙар. Шәрә ҡайындарым
Көҙҙөң серһеҙ мәле. Туң. Моңһоу.
Йылы шәлем алып билгә быуҙым.
Тышта йәмһеҙ. Керһәң өй тынсыу.
Ҡайындарҙың шәле бәйләнмәгән,
Зифа тәндәр асыҡ ят күҙгә.
Сараһыҙлыҡ. Башты эйгәндәр ҙә
Үпкәләйҙәр микән был көҙгә?
Әле генә алтын туйҙар ине,
Кәләштәре ҡарап туйғыһыҙ.
...Тапап килә миҙгел миҙгел эҙен.
Бер сорнаһа һағыш,тыйғыһыҙ...