Әҙәм балаһына бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел. Минеңсә, һәр кешенең бәхете, иң беренсе, уның ғаиләһе, яҡындары, тормош иптәше, балаларына бәйле. Ҡалабыҙҙа тәүге һөйөү хистәрен һаҡлап, оҙайлы йылдар бергә йәшәгәндәр бик күп. Ғәлиә һәм Рафаэль Абдуллиндар - берҙәмлектә, татыулыҡта бәхетле ғүмер кисереүсе ғаиләләрҙең береһе.
Мөләйем йөҙлө, аҡыллы ҡарашлы Ғәлиә Абдуллина ғүмерен балалар баҡсаһында ашнаҡсы һөнәренә бағышлаған. Кескәйҙәргә тәмле ризыҡтар бешереп, һәр ваҡыт үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡара. Тик сәләмәтлеге насарайыу сәбәпле уға китергә тура килә. Һуңынан поликлиникаға санитарка булып урынлаша, шунда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Ҡайғы еле лә урап үтмәй уларҙы, ҡыҙы вафат булғас, ейәнен ҡарап үҫтерәләр. Уны уҡытып, матур тәрбиә биреп, тормош юлына баҫтыралар. Әлеге көндә ейән-ейәнсәрҙәрен көтөп алып, тәмле ризыҡтары менән һыйлай ул. Ғәлиә Солтан ҡыҙы мәҙрәсәлә уҡыған, намаҙ, аят, Ҡөрьән уҡыу уға күңел тыныслығы бирә.
Рафаэль Абдуллин “Мәләүезхимстрой” йәмғиәтендә эшләп, ҡаланың төҙөлөшөнә ҙур өлөш индергән кеше. Хаҡлы ялға сыҡтыҡ, - тип, тик кенә ултырмай улар, ял паркында инструктор менән “Скандинавия аҙымы” менән йөрөргә өйрәнгәндәр. Көн дә шунда саф һауала сәләмәтлектәрен нығыта. Бер-береһенә һәр саҡ йылы һүҙҙәр әйтеп, яғымлы ҡараш ташлап, ҡәҙер-хөрмәт итеп, йәшәү йәмен тойоп йәшәгән был ағинәй менән аҡһаҡалға ҡарап һоҡланырлыҡ.
Эйе, йылдар ауырлығына бирешмәү, кәртәләрҙе, ҡаршылыҡтарҙы тәүәккәллек менән йырып сығыу, балаларын үҫтереп кеше итеү был ғаиләгә еңел булмағандыр. Әммә ауыр минуттарҙа бер-береһенә ҡарата ихтирам, һөйөү хисе бирешмәҫкә, һынмаҫҡа ярҙам иткән уларға.
Илебеҙҙең күрке булырҙай шундай ғаиләләр күберәк булһын ине.
Ғәлиә Абдуллинанан запеканка рецепты:
Картуфты бешереп, 1-2 йомортҡа һалып иҙергә. Эслек өсөн: кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, һуған менән табала ҡыҙҙырып, бешкән итте ит үткәргестән үткәреп бергә бутарға. Табаға башта картуфты йәйеп өҫтөнә эслек һалырға, һуңынан тағы картуф өҫтәргә лә тигеҙләп, мейескә 15-20 минутҡа ҡыҙарғансы ҡуйып алырға. Был запеканканы шулай уҡ вермишель, дөгө менән дә эшләргә мөмкин.