5 октябрҙә “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы сиктәрендә Октябрь урамы,5 (“Ғаилә” скверы), Гагарин исемендәге парк, Буранғолов урамында юл үткәргес буйлап (“Феникс” магазины янында йыйылырға) һәм үҙәк майҙанда ағас ултыртыла. Саған, миләш, шыршы үҫентеләре әҙерләнгән. Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Теләүселәрҙе билдәләнгән майҙансыҡтарҙа иртәнге 9-ҙа көтәбеҙ.