Мәктәп йылдары хәтирәләре, уҡытыусыларыбыҙ биргән тормош һабаҡтары беҙҙе ғүмер дауамында оҙата. Атай-әсәй, ғаиләләге тәрбиәнән тыш кешенең шәхси үҫешенә дөрөҫ йүнәлеш биреүсе, ниндәйҙер кимәлдә маяҡ булып тороусы мөһим кеше ул - уҡытыусы.
Ҡаланың 6-сы лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Татлыбаева - балаларҙа фәнгә һөйөү уята алған педагогтарҙың береһе. Смаҡ ауылы ҡыҙы бәләкәй сағынан уҡ ғаиләлә, әсәһе, абруйлы уҡытыусы Ғәлиә Татлыбаеваның эш алымдарын күреп, күңеленә һеңдереп үҫә. Йыр-моңға маһирлығы ла бай булып, Гөлсөм Хисаметдинова ойошторған ансамблгә ихлас йөрөй.
- Уҡытыусы, йырсы һөнәрҙәре һәр ваҡыт күҙ алдымда булһа ла, врач булырға хыялланып йөрөгәнемде иҫләйем, - тип хәтерләй Гөлнара Нурислам ҡыҙы. - Кешеләргә изгелек ҡылыуҙың иң юғары баҫҡысында тороусылар тиеп ҡарайым был өлкә хеҙмәткәрҙәренә. Бөгөнгө көн күҙлегенән шул хыялыма әйләнеп ҡайтам да, һайлаған һөнәремдә лә ниндәйҙер кимәлдә врач кеүекмен тип ҡуям. Күңел бөтөнлөгө, рух ныҡлығы һағында торабыҙ беҙ, уҡытыусылар.
Салауат педагогия колледжын, артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын 2000 йылда Сәйет ауылы мәктәбендә башлай. 2015 йылда Мәләүез ҡалаһына күсеү сәбәпле, эшен 6-сы лицейҙа дауам итә. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында, методик эшкәртмәләр конкурстарында ҡатнаша. Уҡыусылары төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһай. Эҙләнеүсән уҡытыусы яҙыусылар, шағирҙар ижадын өйрәнеү, дәрестәрен яңы материалдар менән байытыу өҫтөндә күп эшләй. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының август һанында уның Динис Бүләков ижадына арналған конкурсҡа әҙерләгән мәҡәләһе донъя күрҙе.
Бөгөнгө туған телгә һөйөү тәрбиәләүе үтә сетерекле һәм ҡатмарлы мәсьәлә. Шуға күрә Гөлнара Нурислам ҡыҙының ошо йәһәттәге фекере ҡыҙыҡһындыра.
- Минеңсә, үҙ туған теленә ихтирамы булмаған кешенең башҡа телдәргә ҡарата ла ҡарашы шундай уҡ буласаҡ. Яңы мәғариф стандарттарына ярашлы мәктәп программаһына икенсе сит телде өйрәнеү индерелде. Эйе, заман талабына ярашлы сара тип иҫәпләйем. Әммә шуныһына ла иманым камил - бер телде өйрәнеү икенсе телдәрҙе өйрәнеүгә бер ҡасан да ҡамасауламай, киреһенсә, фекерләү, донъяны танып белеү ҡеүәһен киңәйтә генә.
Телебеҙгә һөйөүен эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә иҫбатлай Гөлнара Татлыбаева. Исемдәре есемдәренә тап килгән ҡыҙҙары Наҙгөл һәм Нәркәс ҡыуандырып үҫеп килә. Өлкәне әсәһенең хыялын тормошҡа ашырыр буғай, медицина университетына уҡырға ингән. Ә күпме шундай балалар уҡытыусыһы ҡуйған хыял ҡанаттарында оло тормошҡа ныҡлы аяҡ баҫа бит!
Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусылар, рухи бағаналарыбыҙ, күңел ҡанаттарыбыҙҙы үҫтереүселәр! Байрамығыҙ менән!