Башҡортостанда «Мәҙәниәт» милли проект сиктәрендә 600 китап ҡомартҡыһы һанлы форматҡа күсерелә
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала 2024 йылға тиклем «Һанлы мәҙәниәт» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 600 китап ҡомартҡыһы һанлы форматҡа күсерелә. Башҡортостан халыҡтары телдәре, мәҙәниәте һәм көнкүреше үҫеше хаҡында һөйләгән китаптар ҙа тәҡдим ителә. Китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегендә 20 меңгә яҡын баҫма һаҡлана, улар ғалимдарҙа һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра
«Йыл һайын 100 дана электрон формаға әйләндерелеп, улар Милли электрон китапханаға индерелә. Быйыл «Китап ҡомартҡылары» бүлегендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса 100 электрон китап ҡуйыласаҡ», – ти китапхана директоры вазифаһын башҡарыусы Люциә Ильясова.