Конгэк
-10 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 17:17

Республика ҡатын-ҡыҙҙары бушлай маммография үтеү һәм онкологтан консультация алыу мөмкинлегенә эйә

Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың бушлай маммография үтеү һәм онколог менән кәңәшләшеү мөмкинлеге бар.

Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың бушлай маммография үтеү һәм онколог менән кәңәшләшеү мөмкинлеге бар. 12, 19, 26 октябрҙә һәм 2 ноябрҙә «Алһыу таҫма» акцияһы барышында республика онкология диспансерында ҡабул итеүҙәр ойошторола.


Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, маммологка урындағы поликлиникаларҙың онкологтары аша, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Бәләбәй, Күмертау, Сибай, Белорет, Бөрө ҡалаларында, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында Муниципаль-ара медицина онкология үҙәктәрендә һәм Онкология амбулатор ярҙамы үҙәктәрендә яҙылырға мөмкин.


Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте йәшәгән урын буйынса поликлиникаларҙа онкологтарҙан белергә мөмкин, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: