Тормош һабағы, аҡыл алырлыҡ ваҡиғалар, күренештәр, кешеләр аҙым һайын осрап тора. Тик уларҙың күбеһенә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тейешле иғтибар бирмәйбеҙ, уйланмайбыҙ, ишеткән-күргәнебеҙ тураһында фекер төйнәмәйбеҙ генә. Бына бөгөн үҙемә ҙур һабаҡ алдым.
Автобуста бер бала әсәһенә балалар баҡсаһына барғыһы килмәүе, унда бер малайҙың һәр ваҡыт үсекләүе, уйынсыҡтарын тартып алыуы тураһында бер туҡтауһыҙ әйтә. Әсәһе иһә улының баҡсаға мотлаҡ барырға тейешлеге, сөнки ҡалдырып китер кеше булмауы тураһында әйтмәне, ә сабыр ғына: “Һин, улым, һиңә уйнарға бирмәгән, рәнйетергә, кәмһетергә тырышҡан балалар янына барма. Баҡсала бит яҡшы тәрбиәле кескәйҙәр ҙә бар. Күберәк шулар янында бул. Үҙеңде һине хөрмәт иткән, яратҡандар менән генә дуҫлаш. Үҙең дә тәртипле бул. Шул ваҡытта һиңә һәр саҡ рәхәт, күңелле булыр”, - тине. Сабый башҡаса әсәһенә мыжыманы.
Баланың һәм йәш әсәйҙең һүҙҙәренән шундай һығымта яһаным: күңелең тыныс, күтәренке кәйефле, бәхетле булғың килһә, һине алға барыуҙан туҡтатҡан, ҡамасаулаған, тыйған кешеләрҙе һис тә үҙеңә яҡынлатырға, улар менән пландарың, ниәттәрең, хыялдарың тураһында уртаҡлашырға ярамай. Шулай уҡ һиңә яҡшы күренергә теләп, төрлө хәбәр, ғәйбәт, хөсөт еткереп, киреһенсә, яуызлыҡ теләүселәрҙе, хаслыҡ ҡылыусыларҙы тыңларға ғына түгел, бөтөнләй иғтибар итергә кәрәкмәй. Яҡшылыҡ теләгәндәр һүҙ еткермәй ул. Шуға ла, оло аҡыллы әлеге йәш әсәй әйткәнсә, һиңә яҡшы уйҙа булғандар менән генә үҙеңде уратып алырға кәрәк. Ундайҙар араһында,ысынлап та, үҙеңде һәр ваҡыт шат, көр күңелле тояһың.
Һабаҡ алған тағы бер ваҡиғаны һөйләп киткем килә.
Бер танышым бот һөйәген һындырып, оҙайлы ваҡытҡа түшәккә ятты. Операциянан ҡурҡтымы - яһатманы, аяғына ауырлыҡ тағылған көйө хәрәкәтһеҙ ятыуын дауам итте. Өс айҙан һуң ғына тороп ултырҙы, әммә баҫырға ярамай ине әле уға. Шуға ла өйөнә носилкала ҡайтты. Уның иҫ киткес ихтыяр көсө, аяҡҡа баҫырға теләге тураһында ғына түгел, ә матур итеп йәшәргә теләге тураһында һөйләгем килгәйне, сөнки был танышым, кем әйтмешләй, ашарын ашаған, кейерен кейгән йәштә, һикһәнгә етеп барған оло быуын вәкиле ине. Тәүгә тәпәй баҫҡан баланы күҙ алдынан килтерәһегеҙме - бына шулай аяҡҡа баҫты ул. Тәүҙә һөйәлеп, тотоноп ҡына баҫып тора ала ине. Аҙна-ун көн тирәһе баҫырға өйрәнде, шунан беренсе аҙымын эшләне. 9-10 ай үткәс иһә урамда йөрөй башланы. Еңелгә тиҙ өйрәнермен тип, ҡултыҡ таяғына ла таянманы, таяҡ та ҡулына алманы. Хәҙер иһә йүгереп йөрөй.
-Тормош шул тиклем матур, әммә бик ҡыҫҡа. Уның һәр мәлен сәғәтен матур үткәрергә кәрәк, - тип ҡабатларға ярата.
Аяҡҡа баҫырына шул тиклем ышанысы ҙур ине, шуның өсөн дә яңынан йөрөй башланы, тип уйлайым. Ҡартмын, аяҡҡа баҫмаҫмын инде тип, күңел төшөнкөлөгөнә лә бирелмәне. Беҙҙең иһә саҡ ҡына берәй еребеҙ ауыртһа, башҡа төҙәлмәҫбеҙ кеүек, кеше күрә алмаҫ хәлгә инәбеҙ, үҙебеҙгә йомолабыҙ, иртәгәгә пландар ҡормайбыҙ. Түшәктә ятҡанда ла иртәгәһе көнөн генә түгел, ә алдағы йылда нимә эшләргә кәрәклеген хәстәрләп ятҡан, ҡарт көнөндә аяҡһыҙ ҡалып, кеше ҡулына ҡарап ятырға ҡушҡан яҙмышына бер ниндәй ризаһыҙлыҡ белдермәгән кешегә нисек һоҡланмайһың? Ундайҙарҙан, ысын мәғәнәһен дә, өлгө алырға була.