ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
14 Октябрь 2019, 20:09

Грипҡа ҡаршы прививка эшләттегеҙме?

Көндәр һалҡынайыу менән киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар менән сирләүселәр һаны арта. Республикала грипп айырыуса декабрь-мартта тарала. Уны йоҡтормау өсөн хәҙер үк иҫкәртеү һәм һаҡланыу сараларын күреү мөһим.

Көндәр һалҡынайыу менән киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар менән сирләүселәр һаны арта. Республикала грипп айырыуса декабрь-мартта тарала. Уны йоҡтормау өсөн хәҙер үк иҫкәртеү һәм һаҡланыу сараларын күреү мөһим.

Сир тураһында нимә белергә кәрәк?

Киҙеү тиҙ йоға. Уны А һәм В төрөндәге вирустар барлыҡҡа килтерә. Ул организмға эләгеү менән тын алыу юлын зарарлай. Йыл һайын вирус төрө үҙгәреп тороуы билдәле.

Киҙеү нимә менән ҡурҡыныс?

Өҙлөгөү сифатында пневмония, отит, синусит, ринит барлыҡҡа килеүе, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм үҙәк нервы системалары зарарланыуы, хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүе менән хәүефле.

Унан нисек һаҡланырға?

Киҫкен респираторлы-вируслы инфекцияларҙан һаҡланыуҙың төп ысулы – уға ҡаршы вакцина һалдырыу. Прививканы эпидемия осоро алдынан эшләтергә кәрәк. Уның өсөн Рәсәй һәм шулай уҡ сит ил етештергән төрлө вакциналар ҡулланыла. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы күрһәтмәһенә ярашлы, йыл һайын уның төрө яңыра.

Прививкаларҙың милли календары буйынса 2019 йылда “хәүеф төркөмөндәге”ләрҙе иммунлаштырыуға республикала 1830000 доза күләмендә вакцина килтереү ҡаралған. Был төбәктең яҡынса 45 процентын тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.

Федераль бюджет иҫәбенә түбәндәгеләргә прививка эшләнә:

- балалар учреждениеларына йөрөгәндәр;

- мәктәп уҡыусылары;

- мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре;

- медицина хеҙмәткәрҙәре;

- 60 йәштән өлкәндәр;

- студенттар;

- хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшендәгеләр;

-башҡа хәүеф төркөмөндәгеләр (бюджет, социаль хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һ.б)

Прививка кампанияһы башланды, ул йыл аҙағына тиклем дауам итә. Иң яҡшыһы - сентябрҙән ноябргә тиклем эшләтеү.

Хоҡуҡи-ойоштороу төрөнә ҡарамай, исемлеккә эләкмәгән хеҙмәткәрҙәре булған ойошмалар етәкселәренә грипҡа ҡаршы вакцина алыуға ваҡытында аҡса бүлергә тәҡдим ителә.

Татьяна ПАХОМОВА,

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең территориаль бүлеге начальнигы.
Читайте нас: