«500 мең соҡор ямалған, тиҙәр, ә мобиль ҡушымтаға һалынғандарының һаманғаса бөтәһе лә ямалмаған. Әйҙәгеҙ, бөтә соҡорҙарҙы һан менән билдәләйек... Мин һан менән билдәләгән соҡорҙарҙы ғына отчетҡа ҡабул итермен», – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Ул чиновниктар йәнә ошо мәсьәләгә кире әйләнеп ҡайтһын өсөн кәңәшмә әҙерләргә ҡушты. Бынан алда Радий Хәбиров, «Юл эксперты» ҡушымтаһын тәнҡитләп, «соҡорҙарҙы ремонтлау — иҡтисади бурыс ҡына түгел, ә реаль сәйәси бурыс» тип билдәләгәйне.
«Юл эксперты» ҡушымтаһы республикала йәшәгән һәр кемгә аныҡ соҡорҙо ремонтлауға ғариза ебәрергә мөмкинлек бирә. Башҡортостан Башлығы фекеренсә, программа еренә еткереп эшләнмәгән.