Рәсәй Хөкүмәте, еренә еткереп эшләнгән осраҡта, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса берҙәм түләү документын индереү тураһында закон проектын хуплауы ихтимал. Әгәр закон проекты ҡабул ителһә, рәсәйҙәргә барлыҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләү ябайлаша. Үҙ сиратында, хөкүмәткә тарифтарҙың артыуын күҙәтеп барыу еңелләшә. Эксперттар фекеренсә, берҙәм түләү ҡағыҙы идара итеүсе компанияларҙың аҡсаны урлау хәүефен кәметә һәм иҫәп-хисапты асығыраҡ күрһәтә. Түләү ҡағыҙында түбәндәге юлдар барлыҡҡа килә: идара итеү, йортто тотоу һәм ағымдағы ремонт, коммуналь хеҙмәттәр һәм ресурстар, сүп-сар сығарыу һәм капиталь ремонт өсөн аҡса. Был документ бер юлы бер нисә бланкыны алмаштыра.