Иҫәп алыу мәғлүмәтен тормошта файҙаланыу өсөн заман кешеһенең талаптарын да күҙ уңында тотоу мотлаҡ, шуға күрә яңылыҡтар ҙа бар.
“Л” төрөнә килем сығанағы һорауына “эш хаҡы”, “эшҡыуарлыҡ килеме”, “үҙ шөғөлө”, “үҙең өсөн тауар етештереү” кеүек өҫтәмәләр индерелде.
Мәшғүллек һәм эшһеҙлек блогы ла яңыртылды. Хеҙмәт миграцияһын өйрәнеү маҡсатында төп эш урыны тураһында ентекле мәғлүмәт талап ителә. Шулай уҡ элек йәшәгән ер хаҡында ла һорау бар.
Телдәрҙе белеү генә түгел, һөйләшкәндә йышыраҡ ҡулланылғаны ла ҡыҙыҡһындыра. Мәғарифҡа ҡағылышлы үҙгәрештәр мәктәпкәсә йәштәгеләргә һәм һөнәри белем биреүгә ҡағыла.
Ғөмүмән, индерелгән яңылыҡтар халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеп башҡарылған.