Ялға ҡайтҡан осорҙа яҡташтарым айыуҙың ауыл малына ташланыуын һөйләп торғайны. Хатта урам буйлап көтөү баҫтырыуы тураһында видео төшөрөп тә һалғандар. Тайыштабандарға һунар итеп булмай, ҡанундар ҡамасаулай. Фәҡәт малға күҙ төбәп торған ауыл халҡының зыян күреүе әрнетә. Һунарсылар етерлек, әлбиттә. Рөхсәт ҡағыҙы алып, атып алырға ла ярайҙыр, бәлки. Йөрьәт итеүселәр генә юҡтыр. Ә бына бер зыянһыҙ кейектәргә аусылар етерлек. Яңыраҡ Даниловка ауылы янында браконьерҙарҙың ҡоралай атып алыуы тураһында хәбәр килә. Хоҡуҡ һаҡлау орган хеҙмәткәрҙәре ҡыр кәзәһе түшкәһен, ике тире табып ала.