Ете кеше, шул иҫәптән биш бала һәләк булған.Ҡот осҡос ваҡиға Ярославль өлкәһенең Ростов ҡалаһында теркәлгән. Әле енәйәтсе Александр Комаров ҡулға алынған, ул ҡырағай ҡылығын иҫерек булыуы һәм ошо йортта йәшәгән бер ир менән күптән түгел низағлашыуы менән аңлата. Ай самаһы элек балалары мәктәптә үҙ-ара һуғышҡан, Комаровтыҡы илап ҡайтҡан. Атай, балаһын яҡлап, ошо йортҡа хәлде асыҡларға килгән, әммә үҙенә лә эләккән. Ир бик үпкәләгән һәм бер ай самаһы ваҡыт үткәс, был ғаиләнән үс алырға ниәтләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ҡылығы ниндәй фажиғәгә килтереренуйлап еткермәгән.