Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 19:01

Һеҙ диспансерлаштырыу үттегеҙме?

2019 йылдан мотлаҡ медицина страховкалауы полисы буйынса өлкәндәрҙе бушлай диспансерлаштырыу РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2019 йылдың 13 мартындағы “Өлкәндәрҙең айырым төркөмдәрен профилактик медицина тикшереүе уҙғарыу һәм диспансерлаштырыу тәртибен раҫлау тураһында” 124н һанлы бойороғона ярашлы үтәсәк. Унда ниндәй үҙгәрештәр бар? Артабан һүҙ шул хаҡта. 2019 йылдан диспансерлаштырыу һәм профилактик тикшереү берләштерелә.

2019 йылдан мотлаҡ медицина страховкалауы полисы буйынса өлкәндәрҙе бушлай диспансерлаштырыу РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2019 йылдың 13 мартындағы “Өлкәндәрҙең айырым төркөмдәрен профилактик медицина тикшереүе уҙғарыу һәм диспансерлаштырыу тәртибен раҫлау тураһында” 124н һанлы бойороғона ярашлы үтәсәк. Унда ниндәй үҙгәрештәр бар? Артабан һүҙ шул хаҡта.
2019 йылдан диспансерлаштырыу һәм профилактик тикшереү берләштерелә.
2019 йылдың 6 майында көсөнә ингән 124н һанлы бойороҡ менән халыҡҡа күрһәтелгән профилактик медицина саралары оптималләштерелә. Ул РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының әлегә тиклем ғәмәлдә булған ике бойороғон: 2012 йылдың 6 декабрендәге “Профилактик медицина тикшереүе үткәреү тәртибен раҫлау тураһында” 1011н һанлы һәм 2017 йылдың 26 октябрендәге “Өлкәндәрҙең айырым төркөмөнә диспансерлаштырыу уҙғарыу тәртибен раҫлау тураһында” 869н һанлы бойороғон алмаштыра.
2019 йылда медицина тикшереүе һәм бушлай диспансерлаштырыу ҡасан һәм кем тарафынан үткәрелә?
Элек ҡабул ителгән ҡарар буйынса профилактик тикшереү 2 йылға 1 тапҡыр үткәрелә ине, диспансерлаштырыу – 3 йылға бер тапҡыр. Анализдар йыйылмаһы һәм тикшереүҙәр айырылып тора ине (диспансерлаштырыу йылында күберәк).
Мөһим! 124н һанлы бойороҡҡа ярашлы, граждандарҙы бушлай профилактик медицина тикшереүе бөтә йәштәгеләр өсөн дә йыл һайын үткәрелергә тейеш, ә диспансерлаштырыу 40 йәштән өлкәндәр өсөн – йыл һайын, 18-39 йәшлектәр өсөн – 3 йылға бер тапҡыр.
Иғтибар итегеҙ! Граждан профилактик медицина тикшереүен һәм диспансерлаштырыуҙы беренсел медицина-санитария ярҙамы алған медицина ойошмаһында ала. Был ойошманың медицина тикшереүенә ингән медицина хеҙмәттәренең бар төрөн күрһәтеүгә лицензияһы булырға тейеш.
2019 йылда өлкәндәрҙе бушлай диспансерлаштырыуға нимәләр инә?
Диспансерлаштырыу програм-маһы йыл һайын үткәрелгән медицина тикшереүенә ингән барлыҡ тикшереүҙәрҙе һәм анализдарҙы үҙ эсенә ала. Профилактик медицина тикшереүе торошто, сирҙәрҙе һәм уларҙың үҫешеү хәүефе факторҙарын, наркотик сараларҙы һәм психотроп матдәләрҙе медицина маҡсатынан тыш ҡулланыуҙы иртәрәк асыҡлау өсөн, шулай уҡ сәләмәтлек төркөмөн билдәләү һәм пациенттар өсөн тәҡдимдәр әҙерләү маҡсатында үткәрелә һәм үҙ эсенә ала:
- флюорография (2 йылға бер тапҡыр);
- һорауҙарға яуап биреү;
- антропометрия (буй, ауырлыҡ үлсәнә, бил үлсәме алына);
- артериаль баҫымды үлсәү;
- холестеринға ҡан анализы;
- глюкозаға ҡан анализы;
- йөрәк-ҡан тамыры, хроник сирҙәр хәүефен билдәләү;
- күҙ эсендәге баҫымды үлсәү (медицина тикшереүен беренсе тапҡыр үткәндә, йыл һайын – 40 йәштән);
- ЭКГ (медицина тикшереүен беренсе тапҡыр үткәндә, йыл һайын – 35 йәштән).
Ҡатын-ҡыҙҙар гинекологта тикшерелә.
Өлкәндәрҙе диспансерлаштырыуҙың тәүге этабында тикшереүҙәр
Диспансерлаштырыу үҙ эсенә профилактик медицина тикшереүен һәм сәләмәтлек торошон баһалау маҡсатында уҙғарылған тикшереүҙәрҙең өҫтәмә методтарын алған саралар комплексын тәшкил итә.
Диспансерлаштырыу үткәндә үрҙә һаналып киткән медицина тикшереүе сараларынан тыш беренсе этапта уҙғарыла:
- ҡанға дөйөм анализ (гемоглобин, лейкоциттар, СОЭ) – 40 йәштән;
- оло ярауҙы йәшерен ҡанға тикшереү (40 йәштән – 2 йылға бер тапҡыр, 65 йәштән – йыл һайын);
- 45 йәштә – ФГС;
- ҡатын ҡыҙҙар өсөн: мазокты –цитологик тикшереү (40 йәштән – 3 йылға 1 тапҡыр), маммография (40 йәштән – 2 йылға 1 тапҡыр, 65 йәштән – йыл һайын).
- ирҙәр өсөн: ҡанда простат-специфик антигенды билдәләү (45, 50, 55, 60, 64 йәштәрҙә).
Өлкәндәрҙе диспансерлаштырыуҙың икенсе этабында өҫтәмә тикшереүҙәр
Диспансерлаштырыуҙың икенсе этабында пациент хәүеф төркөмөнә ҡараһа йәки сәләмәтлек торошонда ситләшеүҙәр асыҡланһа тикшереүҙәр үткәрелә. Был осраҡта тәғәйенләнә:
- Белгестәр (невролог, оториноларинголог, окулист, хирург һәм башҡалар) консультацияһы;
- өҫтәмә тикшереүҙәр (колоноскопия, УЗДГ, ФГС, үпкәгә КТ һәм башҡалар).
Иғтибар итегеҙ! Әлеге мәлдә РФ Хеҙмәт кодексының 185.1-се статьяһы эшләп йөрөүселәр өсөн диспансерлаштырыу үтеүгә түләүле көндәр бүлеүҙе ҡарай: 3 йылға бер тапҡыр 1 көн – дөйөм ҡағиҙә буйынса, йыл һайын 2 көн – пенсия йәшенән алдағылар өсөн һәм пенсионерҙарға. Әммә Хөкүмәт рәйесе был законға үҙгәрештәр индерергә ҡушты: 40 йәштән өлкән эшләп йөрөгән барлыҡ граждандарға йыл һайын 1 көн диспансерлаштырыу үтеү өсөн биреләсәк.
Читайте нас: