Күптән түгел Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалында “Күп фатирлы йорттарҙы эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү” бөтә Рәсәй конкурсы үткәрелде. Беренсе тапҡыр ойошторолған сарала Мәләүез күп профилле колледж уҡытыусыһы Галина Сульетова ҡатнашып, еңеү яулап ҡайтты.
Конкурста ҡатнашыусылар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге норматив-хоҡуҡи документтарҙы, контроль-иҫәпләү приборҙарын дөрөҫ ҡуллана белеүҙә, техника хәүефһеҙлеге, хеҙмәтте һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәүҙә көс һынашты. Шулай уҡ конкурсанттарҙы баһалағанда өҫтөнлөклө энергия һаҡлау программаһына ярашлы эшмәкәрлек төп критерийҙарҙың береһе булды.