Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандар ғына беләлер уның һаулыҡҡа, тышҡы ҡиәфәткә, кәйефкә нисек йоғонто яһағанын. Бигерәк тә сменалы эштә йөрөгәндәргә ҡыйындыр. Йонсоған бер ханым төнөн ял итер өсөн йоҡо дарыуын күберәк эскән, күрәһең, ағыуланып, ашығыс ярҙам хеҙмәтен саҡырырға мәжбүр була.