Район-ҡала эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Сергей Родионов ойошмала үҙ эшен белгән хеҙмәткәрҙәр эшләгәнен әйтеп үтте. Быйыл йәмәғәт урындарында ҡылынған енәйәттәр һаны 15,4 процентҡа кәмеүе шул хаҡта һөйләй. Балиғ булмағандар ҡатнашлығында хоҡуҡ боҙоуҙар һаны, юл-транспорт ваҡиғалары ла аҙайған. Енәйәттәрҙе асыҡлауҙың ыңғай күренеше, тәү сиратта, полиция хеҙмәткәрҙәренең һөнәрилегенә фиҙаҡәрлегенә бәйле.
Сарала именлек һаҡсыларына ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты яуаплы атҡарған хеҙмәткәрҙәр атап үтелде, шулай уҡ лайыҡлыларға миҙалдар, маҡтаулы исемдәр, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индергән хеҙмәт ветерандары, предприятие вәкилдәре, халыҡ дружинаһы ағзалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Тантаналы сара байрам концерты менән тамамланды.