Өфөнән Таһир Ғиндуллиндың ТНТ каналының “Бейеүҙәр” шоуында ҡатнашыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.
Әле егет иң яҡшы 35 бейеүсе иҫәбенә ингән. Остаздарҙың береһе Татьяна Денисова уның сығышын оҡшатып, яҡташыбыҙҙы киләһе этапҡа үткәргән. Һайлап алыуҙарҙың беренсе турында уҡ Татьяна Денисова егеттең бейеүенә таң ҡалғайны. Әле хәбәр итеүҙәренсә, Таһир Мигелдең командаһына эләккән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфөнән Таһир Ғиндуллин әле Мәскәүҙә йәшәй. Ул инде өсөнсө тапҡыр шоу жюриһы ағзалары командаһына эләгергә иҫәп тота. Билдәле булыуынса, Таһир брейкинг йүнәлешендәге бейеүҙәр менән барыһын да таң ҡалдырғайны.