Ошо көндәрҙә беҙҙең әсәйебеҙ Ҡырымсурина Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙына 70 йәш тулды.
Әсәй! Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәр күреп, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә насип булһын!
Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә, әсәйебеҙ.
Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә!
Ҡотлау менән балаларың, кейәүең, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең!