Һәргәй Мәләүез районының иң матур ауылдарның береһе, тип иҫәпләйем. Саф һауаһы, тәбиғәте тәьҫир итәме, беҙҙең ауыл кешеләре бөтәһе лә изге күңелле. Шулар араһынан хеҙмәт ветерандары, ағинәйҙәребеҙ - бер туғандар Әминә Собханғолова һәм Фәниә Аҡкөсөкованы атап үтер инем. Әминә инәй 1931 йылда, Фәниә инәй 1938 йылда Кинйәбай ауылында Мәғиә һәм Мөхәмәтйән Аҡкөсөковтар ғаиләһендә донъяға килгәндәр. Ҡыҙҙарҙың бала сағы ауыр йылдарға тура килә. Аталары Мөхәмәтйән Бөйөк Ватан һуғышына китә. Әсәләре ике ҡыҙы һәм өсөнсөһөн көткәндә ирен һуғышҡа оҙата. Ауыр эш эшләгәнгәлер инде, бәпесе үле тыуа. Әммә ҡайғы бының менән генә бөтмәй, иренән, аталарынан дә ҡара ҡағыҙ килә. Төп терәк-таянысы - ҡыҙҙары төрлө яҡлап әсәләренә ярҙам итергә тырыша. Әминә инәй Кинйәбай ауылында 4 класс, һуңынан Үрге Таш ауылында 6 класс, Фәниә 7 класс ҡына уҡыйҙар.
Ул замандарҙағы балалар һымаҡ, ҡыҙҙар ҙа колхоз эшенә егелә. Фәниә инәй фермала 5 йыл һарыҡ ҡараған, 4 йыл быҙау, 2 йыл тауыҡ фермаһында эшләгән, бер нисә йыл колхозда ашнаҡсы ла булған. Ә Әминә инәй оҙаҡ йылдар ауыл магазинында һатыусы була. Фәниә инәй 1956 йылда Үрге Таш егетенә кейәүгә сыға, әммә бергә оҙаҡ йәшәргә насип булмай, 1957 йылда улы донъяға килә. Әминә инәй 1955 йылда Ишмырҙа исемле егет менән сәстәрен сәскә бәйләй. Бер-бер артлы биш ҡыҙҙары тыуа. Әммә, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, бәләкәс ҡыҙҙарына биш ай тулғанда, тормош иптәше ҡаты ауырыуҙан вафат була. Инәйҙәр тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, балаларына юғары белем алырға ярҙам итеп, яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләй. Бөгөнгө көндә барыһы ла иҫән-һау, матур тормош көтәләр. Әминә инәй ҙә, Фәниә инәй ҙә һәр килгән кешене ихлас ҡаршы алып, изге теләктәрен теләйҙәр. Улар бер-береһенә терәк-таяныс булып, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйҙәр. Икеһенең дә ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре өләсәйҙәренең хәлен белеп, ярҙамлашып тора. Мин ауылыбыҙҙың күрке - ошондай ағинәйҙәребеҙ булыуына ҡыуанам. Алдағы тормоштарында уларға оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ юлдаш булыуын теләйем.