Донъялағы иң көслө яратыу - әсәнең балаһын яратыуылыр, моғайын. Ҡулынан килһә, үҙ сабыйын усына ғына йомоп, тормоштоң бар ауырлығынан, ҡайғы - хәсрәтенән, сир - сырхауҙарҙан йолоп ҡалыр ине. Әсә кеше генә үҙ балаһы хаҡында сәғәттәр буйы һөйләй ала. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ғәзизегеҙ хаҡында ниҙәр һөйләй алаһығыҙ? Күңелегеҙҙә уға ҡарата ниндәй хистәр йөрөтәһегеҙ? Шулар хаҡында беҙгә хат яҙып, әсәйегеҙҙең фотоһын һалып ебәрегеҙ.