Интернетта социаль селтәрҙәрҙә һатыу итеү күбәйҙе. Кемгәлер бәлки шулай уңайлы, осһоҙораҡ күренә. Килешкән-килешмәгәнен ҡарап кейеп, һайлап алғанға ни етә лә бит. Берәү шулай үҙенә ҡышҡы кейем алырға уйлап, таныш булмаған кешенең картаһына аҡса күсерә. Һөҙөмтәлә, аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаҡҡан, тауар ҙа килмәгән.