Ниһәйәт, уның эҙләнеүҙәре төпкөл, ташландыҡ бер ауылда тамамланды. Иҫкереп бөткән йортта, усаҡ алдында Дөрөҫлөк ултыра ине.
Бығаса уның был тиклем дә ҡарт һәм йәмһеҙ ҡатынды күргәне булманы.
Ҡарсыҡтың сырышҡан йөҙөндә тантаналы йылмайыу хасил булды.
- Мин донъяға ниндәй хәбәр еткерергә тейешмен һуң?
Утҡа сыртлатып төкөргәндән һуң, ҡарсыҡ телгә килде:
- Мине йәш һәм сибәр, тиерһең!
Лена ХӘЙРУЛЛИНА тәржемәһе.