Конгэк
-5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
22 Ноябрь 2019, 14:23

Барыбыҙ өсөн дә ныҡлы терәк ул

Минең әсәйем Резеда Әлимғолова - Ейәнсура районы ҡыҙы. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, Йомаҡ ауылына эшкә ебәрелә.

Минең әсәйем Резеда Әлимғолова - Ейәнсура районы ҡыҙы. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, Йомаҡ ауылына эшкә ебәрелә.

Ошо ауылда ул атайым Риф Әлимғолов менән осраша. Ике йәш йөрәк, яҙмыштарын уртаҡ итеп, сәстәрен сәскә бәйләй. Улар беҙгә, ике улға, Рөстәм ағайым менән миңә, ғүмер бирә.

Ғүмерен изге һөнәргә бағышлаған әсәйем - барыбыҙ өсөн дә ҙур терәк, таяныс, кәңәшсе. Ул һәр ваҡыт беҙҙе ҡайғыртып, хәстәрләп, һөйөүен, наҙын биреп йәшәй. Бешергән тәмле аштары телеңде йоторлоҡ, уның йылыһы һәр кемгә етә.

Әсәйем ҡаланың күп профилле һөнәри белем биреү колледжында башҡорт теленән уҡыта. Эшен яратып, бар күңелен һалып башҡара, уҡыусыларында туған телгә һөйөү тәрбиәләй.

Ике ейәненә яратҡан өләсәй ҙә ул. Улар өсөн дә йән атып тора.

Ҡәҙерле кешемә бар изгелектәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерәм, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйем. Ғүмерең оҙон, бәхетле булһын, әсәйем!
Илшат ӘЛИМҒОЛОВ,

Йомаҡ ауылы.
Читайте нас: