Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
27 Ноябрь 2019, 14:37

Химический ҡәләм

Аҙна буйы өйөнән сыҡмай ултырған Әсмә тамам хәлдән тайҙы. Көн дә баҙарға сығып ләстит һатыу түгел шул инде бала ҡарауы. Үҙеңдекеләрҙе ҡарап үҫтереү етмәгән, хәҙер ултыр инде бәйле ҡоштай кеше балаһын ҡарап. Ҡарамай ҡайҙа китәһең инде, үҙеңдеке бит. Етмәһә, иң беренсе ейәнсәр. Малай ҡара таңдан үҙен тупһанан индерә лә “тая”, ә тегеһе килеп инеү менән биттән сәп иттереп үбеп:

Аҙна буйы өйөнән сыҡмай ултырған Әсмә тамам хәлдән тайҙы. Көн дә баҙарға сығып ләстит һатыу түгел шул инде бала ҡарауы. Үҙеңдекеләрҙе ҡарап үҫтереү етмәгән, хәҙер ултыр инде бәйле ҡоштай кеше балаһын ҡарап. Ҡарамай ҡайҙа китәһең инде, үҙеңдеке бит. Етмәһә, иң беренсе ейәнсәр. Малай ҡара таңдан үҙен тупһанан индерә лә “тая”, ә тегеһе килеп инеү менән биттән сәп иттереп үбеп:
- Өләсәй, һине һағынып бөттөм,- ти, гүйә кистән Әсмә түгел, әллә кем оҙатып ҡалған үҙен. Шунан дауам итә:
- Өләсәй, эх. Һин дә әсәйем кеүек булһаң ине ул, тағы ла нығыраҡ яратыр инем. Әсмә һүҙҙең нәмә тураһында барғанын белеп тора, сөнки үҙенең центнерға етеп барғаны уға әйтеп тормаһалар ҙа билдәле.Үпкәләмәй ҙә ул ҡыҙына, тик олатаһы менән икәүләп кәзекләй башлаһалар, йәне көйөп китә. Шунан иргә тота ла:
- Һин дә торған булаһың инде кеше ыңғайына хәбәр һөйләп. Эйе, туҡһан алты, ти. Ярар, ашаттың да, ти, ҡырҡ йыл, ә күпме ашатһаң да, йөҙ килоға еткерә алмайһың бит әле мине, - ти.
- Ярай, әбей, үпкәләмә әле, мин бит яратып ҡына. Ғәйеп бар, таныйым, төҙәлермен, - тип юхалана башлай ҡарты.
Бөгөн дә шулай үтте көн: өләсәй менән олатай йә эт, йә ат булды, йә әйткеләшеп алды. Баланы баҡсала ҡалдыра алмай ыҙаланалар. Аҙна элек ҡулына ниндәйҙер билдәһеҙ нәмә ҡыҙарып килеп сыҡты ла бөтмәй ҙә ҡуя. Әсмәнең үҙе әйтмешләй, ҡысыу тигән нәмә шулай бит ул, башта рәхәтләнеп тырнап кинәнәһең, хөрриәт була, уның һайын нығыраҡ яра башлайһың, шул рәхәттән дә рәхәтерәген көҫәй әҙәм балаһы, шунан ҡотолғоһоҙ шешеккә әйләнеп ыҙалауы ла булғылай. Килен табипҡа күрһәтеп, һөртөр нәмәләрен дә тотоп килде, тик ҡул арыуланмай ҙа ҡуя бит. Бөгөн дә, иртүк һауып индергән һөтөн телефон аша һөйләшеп өйҙән генә таратты Әсмә, барыбер шул хаҡ менән китә лә ул, тик баҙарҙа хәбәрләшеп, кеше күреп, теге-был яңылыҡты ишетеп ҡайтыу түгел инде.
Кис булып килгәндә килене шылтыратып баланы ала алмаясаҡтарын белдергәс, Әсмәнән бигерәк ирҙең эсе бошто китте:
- Тағы, бапаҡ шикелле, бер үҙем бер бүлмәлә йоҡлайым икән былай булғас. Бала менән өсәүләп бер койкаға һыймаҫты белә бит инде, юҡ, йәнде үртәргә кәрәк.
Нисек түҙһен инде Әсмә быға яуап бирмәй?
- Алан Делон кеүек бик шәп түгелһеңдер, бер кискә үлмәҫһең.
- Ҡара әле, әсәһе, һин уның шундай икәнен ҡайҙан беләһең ул? Мин һине йәш кенә килеш алдым. Ул - был ситкә сығып китеп йөрөгән кеше түгел инең, ай-һай, шаяртма. Юҡһа, ҡыҙғана ла башланым инде үҙеңде.
- Ярай, бабай, баланы йоҡлатайым, күп һөйләнмә, - тип ейәне менән залға сығып ятҡас үҙенең менән булған бер ваҡиғаны иҫенә төшөрөп һикереп тормаһынмы. Бабайын этеп-төртөп үҙ урынына инеп ятты:
- Бабай, баланы тиҙерәк шәбәйтәйек тиһәң, иренә йә бисәһенә хыянат иткән кешене тап, - тип үҙе менән бәләкәй сағында булғанды һөйләп бирҙе.
Ул ваҡытта Әсмәгә ете йә һигеҙ йәш тирәһе булғандыр. Быҙауҙарына таҙ төшкән, ә әсәйҙең һарайға сығып уға май төпрәһе һөртөргә ваҡыты етмәй ҙә ҡуя, ырҙынға эшкә йөрөй. Ҡыҙыҡай күп уйлап тормай, быҙауҙы үҙе дауаларға булды. Таҙ төшкән ерен тапмаһа ла май төпрәһенә туйғансы бысранып өлгөрҙө. Быҙауҙың шәбәйеү-шәбәймәүен хәтерләмәй ул, әммә һуңынан үҙенең ҡулына сыҡҡан таҙҙы нисегерәк бөтөргәнде иҫендә ныҡ ҡалдырған. Атаһы менән һөйләшкән әсәһе ҡыҙ ҡулына төкөрөкләһәң төҫө асыҡ булып сыға торған, “химический” тип йөрөткән ҡәләм биреп:
- Мә, ҡыҙым, Зәйни бабайыңа барып ҡулыңды имләтеп кил, юғиһә бөтөрөп булмай бит был нәмәне. Атайым ебәрҙе тиергә онотма, - тине.
Ә Әсмә ололар хәбәрен бер һүҙен дә ҡалдырмай тыңлап, ишетеп торғайны. Әсәй ҡушҡанды ла тиҙ үк үтәп ҡуйырға ярата ул, йүгерҙе Зәйнәғәбдин ҡарттарға.Ул барып ингәндә бабай көлдөксә янында тәмәкеһен көйрәтә ине. Ҡыҙҙы күреп ҡалыу менән әйҙүкләп ҡаршы алды. Төп яҡтан килеп сыҡҡан әбейе лә, уның сәләмен ҡабул иткәс, ниндәй йомош менән йөрөүен һорашты. Бабайҙы күргәс, Әсмәнең көлгөһө килеп китте, сөнки яңыраҡ ҡына күрше Зилә менән бәхәскә инеп киткәйнеләр. Зилә торҙо ла:
- Ҡара әле, ҡыҙыҡай, һинең атайыңдың эсе ҙурыраҡмы, әллә Зәйни бабайҙыҡымы? - ти.
- Минең атайым уның кеүек тәпәндәй түгел, ул матур, самалы ғына эсле, - тип атаһының да арыу уҡ икәнен белһә лә, ҡыр талашты Әсмә. Йылмайып ҡарап торған ҡыҙға ҡарт һорауын үҙе бирҙе:
- Йә, ҡыҙым, ни йомош?
- Атайым менән әсәйем ҡулыма сыҡҡан таҙҙы имләтергә ебәрҙе. “Гулящий” кеше имләһә тиҙ үк бөтә ул тинеләр,- тип сытырлатып әйтте лә бөттө, ә үҙе теге “гулящий” һүҙен онотмауына ҡыуанып бөтә алмай ине. Был һүҙҙең мәғәнәһен аңламаһа ла, үҙенең отҡорлоғона әллә кем булып торғанда ҡарт көлөмһөрәп:
-Әсәйең әйттеме, әллә атайың әйттеме быны? - тигәс, уйлап та тормай:
- Атайым, - тине лә бер аҙҙан әсәйем тип тә өҫтәп ҡуйҙы. Зәйни бабай рәхәтләнеп көлдө лә ҡыҙҙың ҡулынан ҡәләмен алып таҙ төшкән ерҙе буяп ҡуйҙы. Шатлығынан рәхмәтен дә әйтергә онотҡан ҡыҙ ишекте шаплатҡансы ябып өйҙәренә йүгеҙе.
Хәҙер ейәненең ҡулына әллә нәмә сыҡҡан, имләмәй бөтөрҙәй түгел. Байтаҡ йоҡоға китә алмай ятты улар. Икеһенең дә бер уй: кемде табырға? Бабайы берәүҙәрҙең иҫке өйөн боҙошҡанда “химический” ҡәләм табып алып ҡайтҡайны, әмәлгә ҡалғандай, ҡулланырға сәбәбе сығып тора бит әле. Хәҙер мәсьәләнең икенсе Таң атыуға был икәүҙең күңеленә бер нисә кеше килде килеүен, тик эш ни менән бөтөр? Иртәнге сәйҙе эсеү менән Әсмә бабайына машинаһын сығарырға ҡушты. Беренсе булып Сабирйән ҡайнағаһына юлланырға бойорҙо ҡатын. Бабайы был эште хуп күрмәне, тик йәмәғәтенең ауыҙына алғанын ҡуймаясағын белгәс, һүҙһеҙ генә ризалашты. Үҙҙәре менән бергә ҡартайып барған машиналары тырт- мырт ҡына итеп тәғәйен өйгә килеп етте. Ҡапҡаны ниндәйҙер ят ҡатын асты. Әсмә эстән генә яңы алған йәмәғәте ошолор ахыры, тип ҡуйҙы, сөнки илле йәштәр тирәһендә яңғыҙ ҡалған ҡарт әйләнә лә әбей ала ине. Өйгә инеүгә, хәҙер инде һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуалаған бабай һикереп тороп килеүселәргә сәләм бирҙе. Хәл-әхүәл һорашып бөтөүгә, бабайының ипләп кенә төртөүенә иғтибар итмәҫкә тырышып, Әсмә үҙ һүҙен һөйләргә кереште.
- Сабирйән абзый, беҙ һиңә бер ҙур йомош менән килдек әле. Һүҙҙең йәшерен- боҫороно юҡ. Һин әллә нисә бисә алып айырған кеше бит инде беҙҙең. Беҙгә бер йөрөмтәл кешенән бынау ҡыҙҙың ҡулына сыҡҡан сыйҡанды имләтергә ине. Шуны һин дә эшләй алыр, моғайын, тип уйлап килгәйнек.
- Һеҙ нәмә, әллә мине уйнаш ҡылып йәшәй был тип уйлайһығыҙмы? Нисә генә бисә алһам да, никахһыҙ береһе менән дә ятып йоҡлағаным булманы. Кемдән һораһағыҙ, шул иҫбатлар, миндә ундай ғәйеп юҡ, Аллаға шөкөр. Биш йәмәғәтем менән дә бата уҡытып, мулланың ризалығын алып өйләндем, үәт.
- Ярар, абзый, ярай, үпкәләштән булмаһын, мин ни былай ғына. Белмәгәс, ҡатнашып тормағас. Кеше һүҙе менән генә йөрөү, - тип хәбәрҙе шымалап ебәрҙе Әсмә.
Эштең барып сыҡмаҫын асыҡлау менән ҡатын ирен ҡуҙғата һалды. ә тегеһенә ошо тиклем уңайһыҙ хәлдә ҡалып ултырыуҙың кәрәге юҡ ине, тиҙ генә хушлашып сығыу яғына ыңғайланы.
Машина ҡуҙғалып китеү менән Әсмә яңы бойороҡ бирҙе:
- Әйҙә, үҙебеҙҙең ауылға. Юҡһа күптән барып күргән юҡ, ҡайһы ауылдан икәнемде лә онотоп барам инде ошо тормош мәшәҡәте менән. Апайымды ла күреп ҡайтырмын, аҙғын Нәсихаға ла һуғылырбыҙ. Теттереп йәшәне заманында, өс балаһының береһе Ҡарты өндәшмәй генә машинаны ауыл яғына борҙо. Яланға сығып, байтаҡ ҡына һүҙһеҙ барғас яңынан телгә килде әбейе:
- Нәсиха һыҙыр, ул элек-электән кеше һүҙен ишетеп тә бирмәне. Үҙенең йөрөмтәл икәнен дә йәшермәне. Берәйһе ирҙәрҙе йөрөмтәл тип әрләй башлаһа тотор ҙа: ”Улар йөрөмәһә беҙҙең кеүек яңғыҙҙың күңелен кем күрә?” - тиер ине. Күр ҙә тор, бер һүҙһеҙ имләп ҡайтарасаҡ, - тип үҙ-үҙен тынысландырыуы ине уның, сөнки бында ла эш бешмәһә, бабай кәзәләнеп китеүе лә бар бит әле. Улай тиһәң, себен тулап тәҙрә ярғаны юҡ бығаса, берәй әмәлен табыр Әсмә.
Ауылға инеү менән Нәсиха йөртона табан төрттө бармағын ҡатын, ә ир килтереп тә туҡтатты һәм ипле, ҡурҡҡан кеше тауышы менән:
- Һеҙ, булмаһа, үҙегеҙ генә инә тороғоҙ, мин машинаны ҡараштырайым әле, нәмәһелер шаҡылдай, оҡшамай, йә ҡайтҡанда бөтөнләй боҙолор, - тине.
Әсмә юҡ-барға әрләшеп торғоһо килмәне, шуға өндәшмәй генә ҡыҙын етәкләп өйгә инеп китте. Күптән күрешмәгән ауылдаштар күрешеү генә түгел, хатта ҡосаҡлашып уҡ алдылар. Хужабикә матур итеп уҡынып доға ҡылғас, сәйгүнен ултыртып, өҫтәл әҙерләй башланы, үҙе ниндәй елдәр менән ауылға килеүенһораша. Өйгә килеп инеү менән күҙгә бөхтәлек, тәртип, һиллек сағылдырған донья Әсмәне тағы телһеҙ итте. Йомошто әйтергәме, юҡмы? Улай тиһәң, шуға тип килгәс әйтмәй булмаҫ, ахыры. Тәүәккәлләне Әсмә, тик хужабикә генә:
- Булған да бөткән, хәҙер минең бер гонаһым да юҡ, Аллаһу Тәғәләм алдында мин күптән аҡ та пак, биш намаҙымды ҡалдырмайым, мәсеттә уҡып сыҡтым. Бөтә балаларым да юғары белемле, мин тип талпынып торалар. Урыҫтар эйтмешләй: кем элеккене иҫкә ала, шуның күҙе сыға, ти. Мин булырға кәрәк әле күптәргә, - тип теҙеп әйтте лә ыңғайында сәйгүненә сәй һалып һыуын ағыҙып та ҡуйҙы. Баллап-майлап сәй эскәндә теге мәсьәләгә ҡағылыуҙы урынһыҙ һананы Әсмә, ә хужабикә ҡунаҡтарҙың ниңә килеп инеүҙәрен дә онотоп һыйланы ла һыйланы юлаусыларҙы. Хушлашып сығыуға бабайының да эше бөткән булып сыҡты. Тамағы туйған ҡатын апаһына һуғылыуҙы ла онотто һәм иргә ҡала яғына боролорға ҡушты. Байтаҡ барғас ҡына:
- Үәт әй, әллә хәҙер бөтөнләй ҡалмаған ул гүләщийҙәр? Нәмәгә бара был донья? - тигән булды Әсмә. Шунан үҙ һүҙенә үҙе көлөп бер булды. Бер аҙ тынысланғас:
- Бер генә кеше ҡалды, ул да булһа теге ос Шәмси.
Урамдың башында машинаны туҡтатып Әсмә яңғыҙы ғына инеп сығырға булды әбейгә, сөнки бәләкәсе арып-талып йоҡлап киткәйне. Башта белешәйем тигән ниәт менән килеп ингән кешене бөтөнләй ят әҙәмдәр ҡаршы алды. Улар яңғыҙ әбейҙең алыҫ ҡына туған ишараты булып сыҡты. Әбейҙе һораша башлағас, балалары булмау сәбәпле, уны ҡарттар йортона биреүҙәрен ишетеп хайран ҡалды ул. Бына бит йәш сағындағы бәйелһеҙлеге нимәгә килтереп еткергән әҙәм балаһын. Елбәҙәкләнеп ғүмер үткәрмәһә, ҡартайған көнөндә балалары тәрбиәһендә булыр ине тигән шомло уйҙар менән килеп сыҡты Әсмә был юлы. Өйҙәренә ҡайтып ингәнсе, тәүбәһен әйтеп, балаларына, ейәндәренә, үҙе белгән, йә белмәгәндең дә был сиргә дусар булмауҙанын теләне һәм үҙебеҙҙең сөннәт тә, никах та, динебеҙ ҙә һау-сәләмәт тормошҡа сәбәпсе булып тора икән тигән һығымтаға килде. Ҡайтып инеү менән ҡулдарын ҡат-ҡат һабынлап йыуғас ҡына, тынысланып сәйнүген ҡуйып ебәрҙе.
Сәй эсеп, бер аҙ хәләс алғас, мунсаһын тоҡандырып инде. Уныһы өлгөрөүгә башта ҡолонсағын йыуындырып сығарҙы, уның артынса килгән бабайының арҡаһын йыуҙы, шунан ҡойондо ла өйөнә йүгерҙе. Эш бөтөрөп бабайы янына диванға килеп ултырғас:
- Бабай, көндө бушҡа уҙғарҙыҡ. Әйҙә, булмаһа, тотайыҡ та үҙебеҙ һыҙайыҡ. Йыуындыҡ, таҙарындыҡ , - тип мөлдөрәтеп йәмәғәтенең күҙҙәренә төбәлде.
- Мин нимә, крайный ыштоли? Тапты бит, әй, йөрөй торғас кешеһен, улай булғас, үҙең генә тот та һыҙ, - тип екеренә башлаған ирен туҡтатыр өсөн яурынынан һыйпап:
- Бабай, ҡыҙма әле. Башта һөйләп бөткәнде көт. Мин дә һыҙыр инем уны ғына, кем һыҙһа ла ярамаймы ни? Мин китаптан доғалар уҡырмын, барыһын да яттан белеп бөтмәйем шул әлегә, бер юлы ғына уҡып та, һыҙып та булдыра алмам, ә һин бисмиллаңды әйт тә тәүәккәллә. Икебеҙ бер гүләщийҙай ғына булдырырбыҙ әле, - тип доғалар яҙылған китабын уҡый ҙа башланы, ә ҡартына ҡәләмде тоторҙо.
Им-том бермә-бер килеште бит балаға, ҡулы шәбәйҙе китте. Әсмә әле шул кисерештәр уртаһында ҡайнай. Әллә бабайҙың бер-бер ҡырын эше булып килештеме им-том, әллә... Һүҙ башларға үҙе өсөн шөрләй. Ир тотор ҙа үҙен уйнашта ғәйепләр, улар халҡын белеп булмай бит. Иргә ҡарата шик тыуып ҡуя тыуыуын, тик уға бәйләнһә, үҙенең оҫталығы, абыстайлығы аҫҡа ҡаласаҡ һымаҡ, ә былай, Әсмә хәҙер бөгөндән кеше тәрбиәләрҙәй, өшкөрөрҙәй дәрәжәгә етте бит йәмәғәте алдында. Башы ауыртһа ла, эсе ауыртһа ла, әбейенән өшкөртә һала, килешә, ти. Был мажара Әсмәгә ғүмерҙә сиселмәҫ йомаҡ булып ҡалыр, ахыры.

Хәлиҙә Шәйәхмәтова.
Читайте нас: