Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
30 Ноябрь 2019, 12:49

Тыныс һәм сабыр булырға теләһәгеҙ...

Бер аҡыл эйәһенән нисек шул ҡәҙәр тыныс һәм сабыр була алыуының сере тураһында һорағандар.

Ул шулай тип яуап биргән:

- Бик күп уҡып һәм тәжрибәм менән һынағандан һуң тормошомдо шул биш нигеҙ бағанаға ҡорҙом.

Беренсеһе – миңә яҙған ризыҡ миңә буласаҡ. Шуны аңланым һәм тынысландым.

Икенсеһе – Аллаһының һәр ваҡыт мине күҙәтеп тороуын тойҙом һәм тыйнаҡландым.

Өсөнсөһө – мин эшләй белгән һәм эшләргә тейеш булған эште башҡа бер кем дә эшләмәйәсәген аңланым һәм ең һыҙғанып эшкә тотондом.

Дүртенсеһе – Йәшәүҙең ахыры Үлем икәнлеген аңланым һәм шуға әҙерләнә башланым.

Бишенсеһе – яҡшылыҡ та, насарлыҡ та оҙаҡ йәшәгәненә төшөндөм. Шуғк күрә яҡшылығымды арттырырға, яманлыҡтарымдан ҡотолорға тырыштым.
Читайте нас: