Чернобыль атом электр станцияһында булған ҡот осҡос һәләкәткә 33 йыл ғүмер үткән. Ул ҡаза ғына килтереп ҡалманы, күпме кеше радиацияға дусар булды. Нурланыу бер кемде лә аяманы, уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең күбеһе йәшләй генә мәрхүм булды.
Уҙған шәмбе ҡот осҡос һәләкәтте бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар һәйкәле янында тантаналы митинг ойошторолдо. Унда фажиғә ҡорбандары иҫкә алынды, эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.