Ләйсән Мәргән ҡыҙы Тимерғәли Фәйзулла улы менән матур итеп ғаилә ҡорған. Ҡыҙҙары Лианаға - 24 йәш. Самир - көтөп алынған бала. Бәлә аяҡ аҫтында, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит, матур итеп донъя көтөп ятҡанда йәш ҡатын шундай фажиғәгә тарыған. Ләйсән тормошон ике өлөшкә бүлгән ауыр хәлде һөйләмәй, иҫенә төшөрөргә яратмай. Көслө рухлы ҡатын тормош һынауына бирешмәй. Бар булмышын улы Самирҙы тәрбиәләүгә арнай. “Интернет, телевизор баланы тәрбиәләүҙә ҡамасау ғына булыр, тип уйлайым”, - ти ул. (Самирҙың уңыштары тураһындағы мәҡәләне интернет селтәрендә ,
https://kungak.rbsmi.ru/articles/khal-yby-yolalary/s-k-yem-y-sh-gen-/?sphrase_id=752153 һылтанмаһы аша, шулай уҡ гәзитебеҙҙең яңы йыл номерында уҡырһығыҙ.)