Бәләкәй Әлфиә үпкәләне лә:
- Мин һеҙҙән китәм! - тине.
Ул ботинкаларын кейҙе. Ләкин бауҙарын бәйләй белмәй ине.
- Бәйләп бирегеҙ! - тине ул. Әсәһе ботинка бауҙарын бәйләне.
Әлфиә пальтоһын кеймәксе булды. Ләкин элгескә буйы етмәне.
- Пальтомды алып бирегеҙ! - тине. Пальтоһын кейгәс, ул ишеккә барҙы. Әммә ҡыҙ ишекте аса алманы.
Әлфиә урамға сыҡты ла туҡтап ҡалды.
- Теге яҡҡамы, был яҡҡамы? - тип һораны.
Ҡыҙ торҙо-торҙо ла өйгә кире инде.