Ат заманы үтте. Хәҙер нимә генә тотоп эшләйем тиһәң дә хәҙер ҡеүәтле техника кәрәк. Ҡотош ауылы клубында үткән сираттағы йыйылышта халыҡ биләмә территорияһында сүп-сар таҙартыу, ҡый үләнен сабыу, ҡар таҙартыу, мохтаждарға утын килтереү һәм башҡа кәрәк-яраҡ өсөн трактор булдырыу тураһында һорау күтәрҙе. Был проблема түгел, теләгең һәм дә аҡсаң ғына булһын. Тағы ла был кәрәкле эшкә, асыҡлап әйткәндә, «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашҡандарға, дәүләт тә ярайһы ғына сығым бүлә.