Сираттағы аҙна призын Ҡотош ауылына оҙаттыҡ. Уны гәзитебеҙҙе даими алдырып уҡыусы Әлфизә Алтынсурина отто.
Алтынсуриндар район гәзитен генә түгел, республикала сыҡҡан башҡа матбуғат баҫмаларын да алдыра. Һәр ғаилә ағзаһының зауығына тап килерҙәй гәзит-журналдар өсөн аҡсаһын йәлләмәй улар. Төрлө конкурстарҙа еңеүсе булып, бүләк алғаны ла бар икән Әлфизә апайҙың.
- «Көнгәк» тән бер ҙә айырылып торғаныбыҙ юҡ. Йыл һайын яҙылабыҙ, - ти бүләк отоусы.
Беҙ иһә ошондай тоғро дуҫтарыбыҙ менән көслөбөҙ.
Хөрмәтле милләттәштәр, һеҙ ҙә милли матбуғат баҫмаларына яҙылып, иҫтәлекле приздар ота алаһығыҙ, иң мөһиме - телебеҙҙең абруйын үҫтереүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ!