ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 12:37

Изге эшкә тотонмаҡсылар

Нурдәүләт ауылы халҡы Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында тәүге тапҡыр ғына ҡатнашһа ла, проекттың мөһимлеген яҡшы аңлай.

Нурдәүләт ауылы халҡы Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында тәүге тапҡыр ғына ҡатнашһа ла, проекттың мөһимлеген яҡшы аңлай. Йыйылған аҡсаны улар изге эшкә - ауыл зыяратын кәртәләүгә тотонмаҡсы. Ҙур ғына сығымдар талап иткән был эште башҡарып сығыу өсөн, тәү сиратта, халыҡтың әүҙемлеге һәм берҙәмлеге талап ителә.

Мәрхүм атай-әсәйҙәрҙең, туғандарҙың һәм мосолман ҡәрҙәштәрҙең мәңгелек йортон тәртипкә килтереү – изге ғәмәл, шуға күрә лә, проект ғәмәлгә ашһа, зыяратты тәртипкә килтереүҙән ауылдың бер генә кешеһе лә ситтә ҡалмаҫ, тигән ышаныс бар.
Читайте нас: