Тамъян ауылында урынлашҡан «Дуҫлыҡ» балалар баҡсаһында электән сәләмәт туҡланыуға өҫтөнлөк бирелә. Һәр яңылыҡ, бигерәк тә балаға ҡағылышлыһы атай-әсәйҙә бик күп һорау тыуҙыра. Шуға күрә балалар баҡсаһында йыйылып һөйләшеү, дегустация ойоштороу бик отошло сара булды.
Айгөл Теүәлбаева, ата-әсәләр комитеты ағзаһы: “Улым Инсаф Тамъян ауылында балалар баҡсаһы асылғандан алып йөрөй. Бындағы ризыҡты яратып ашай, үҙен насар тойған осраҡтар булманы. Ашханала бешерелгән ризыҡтар сәләмәт туҡланыуға ярашлы әҙерләнә.”