Бөгөн урамда кешенән машина күберәк, ҡайһы урындарҙа йәйәүлегә үтерлек тә түгел. Мәҫәлән, сәнәғәт мәктәбенә йөрөгән юлда “Ирәмәл” сауҙа комплексы һәм Башкиргаз бинаһы янынан үтеүе айырыуса балалар өсөн хәүефле. Ярай оҫта водитель осраһа, ҡайһы бер осраҡта шундай маневр яһай “водитель” ҡайҙа ҡасырға белмәйһең. Шуға күрә таныҡлыҡ алыуға талаптар ҡәтғиләнеүе дөрөҫтөр, моғайын.
Рәсәй Дәүләт автоинспекцияһында теоретик эштәр - автомобилде хәүефһеҙ йөрөтөү нигеҙҙәренә ҡағылышлы һорауҙар һанын байтаҡҡа арттырырға тәҡдим итәләр. Һәр категорияға айырым имтихан блогы төҙөү күҙаллана. Имтиханға психологик нигеҙҙәр һәм медицина тураһында һорауҙар индереү зарур. Имтихандың теоретик өлөшөнә үҙгәрештәр 2020 йылдың октябренән индерелә. Шулай уҡ Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының имтихан эшмәкәрлеге бүлеге етәксеһе урынбаҫары имтихандар үткәреү маршруттарының үҙгәрәсәге билдәләнә. Имтихан алыусының хәрәкәт барышында йүнәлеште үҙе һайлауы ихтимал.