10 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында Радий Хәбиров беренсе тапҡыр «Минең атайым алдаша» социаль видеоролигын күрһәткәс, Башҡортостан башлығының Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһен тыңларға саҡырылғандарҙың күбеһенең күҙҙәре йәшләнде, тип хәбәр итте «Башинформ» хәбәрсеһе залдан.
Был ролик – башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың Азияла бик популяр булған социалль реклама видеоһына яҡын. Тәүҙә ролик Гонконгта страховка компанияһының социаль яуаплылыҡ сиктәрендә төшөрөлгән. Тәүге көндәрҙә үк уны 7 миллион кеше ҡараған.
«Башинформ» эксперттарҙың фекере менән ҡыҙыҡһынған, улар әйтеүенсә, ошо роликка һалынған идея йөҙәрләгән мең баланы ҡотҡарған да инде һәм Рәсәй өсөн яраҡлаштырылғандан һуң беҙҙең илдә лә нәҡ шулай эшләргә тейеш.
Радий Хәбиров был роликты традицион ғаилә ҡиммәтәре һөйләгән саҡта күрһәтте.
«Беҙ агрессив, яһалма субмәҙәниәткә, уны childfree тип атайҙар, йәштәрҙе юлдан яҙҙырыуға мөмкинлек бирә алмайбыҙ. Беҙҙең юл – ныҡлы ғаиләләр, күп балалыҡ, балаларҙы изгелек, выждан, намыҫлы хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ ҡанундарына таянып тәрбиәләү», — тине Хәбиров.