6 декабрҙән Башҡортостандың федераль трассаларында 59 фотовидеотеркәү камераһы эшләй башланы, өс көндә 2078 материалды эшкәртеүгә ебәрҙек, тип хәбәр иттеләр Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан. Баланс тәьмин итеүсенең билдәһеҙ булыуы сәбәпле сентябрь уртаһынан уларҙы
өҙгәйнеләр. Уҙған йомала «Урал буйы» юл идаралығы, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы араһында юл камераларын файҙаланыу буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.