Конгэк
-3 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
10 Декабрь 2019, 01:56
ҺӨЙЛӘМӘЙЕМ...
Елдәргә сер һөйләмәйем,Ғәйбәтсе була елдәр.Һис уйламаған сит- ятҡаҮтеп барышлай һөйләр.
Елдәргә сер һөйләмәйем,
Ғәйбәтсе була елдәр.
Һис уйламаған сит- ятҡа
Үтеп барышлай һөйләр.
Таштарға сер һөйләмәйем.
Ҡайғынан ҡарайырҙар,
Ҡарайырҙар, зар булырҙар,
Йәлләрҙәр - сараһыҙҙар.
Утҡа ла сер һөйләмәйем,
Ҡуштанлана елдәргә.
Шул арҡала ил-төйәктәр
Ҡалғаны бар көлдәргә.
Һыуға һөйләйем серемде,
Һеңдерер ағымына.
Һыуҙар алыр, күпме күҙ-йәш
Юрғалай талғын ғына.
Серҙәремде һыуға һалам,
Ғосол ҡойоноп алам.
Гонаһлы әҙәм булдыммы,
Яҙмаҫтайға ымһындыммы -
Йонсотто заман яман.
Тамара ҒӘНИЕВА.
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла