ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
12 Декабрь 2019, 17:25

Буш һүҙ түгел

Республика 4603 егетте хәрби хеҙмәткә оҙата.

Ватан һаҡсыһы – һәр ир-егет өсөн был ғорурлыҡ. Һуңғы йылдарҙа хәрби хеҙмәткә иғтибар артыуы, тәртип булдырыу саралары уның абруйын тағы ла күтәрҙе. Ҡаһарманлыҡ, тоғролоҡ буш һүҙ түгеллегенә инанған егеттәр армия сафына теләп баҫа.
Башҡортостанда көҙгө саҡырылыш буйынса план 90 процентҡа үтәлгән. Планға ярашлы, 2019 йылдың октябренән декабренә тиклем республика 4603 егетте хәрби хеҙмәткә оҙатырға тейеш.
2019 йылдың февраленән хәрби иҫәп тураһында законға үҙгәрештәр индерелде, уға ярашлы, хеҙмәткә саҡырылыусы кеше икенсе ҡалаға уҡырға киткән осраҡта, хәрби иҫәптән төшөргә һәм ваҡытлыса теркәлгән урын буйынса иҫәпкә торорға тейеш. Унда ул саҡырылыш буйынса барлыҡ сараларҙы үтергә бурыслы. Уҡыған ваҡытта хәрби хеҙмәтте саҡырылыш комиссияһы ҡарары буйынса ғына кисектерергә мөмкин.Үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Читайте нас: