Ноябрь аҙағында, дөрөҫөрәге 25 ноябрҙә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙы бөтөрөү көнө бар. Мәғлүм булыуынса, был датаның тарихы Доминикан Республикаһына барып тоташа. 1961 йылда диктатор хаким бойороғо буйынса апалы-һеңлеле өс бер туған язалап үлтерелә. Ошо ҡорбандар иҫтәлегенә бөтә донъяла ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙы бөтөрөү көнө иғлан ителә. Уның сиктәрендә саралар үткәрелә, закондар ҡабул ителә.
Беҙҙең илдә лә ғаиләлә көс ҡулланыуға юл ҡуймау һәм әсәлекте, балалыҡты, ғаиләне яҡлау маҡсатында төрлө закондар ғәмәлгә ашырыла. Әммә былар ғына ғаилә именлеген тәьмин итәме? Юҡ, әлбиттә. Быларҙың бөтәһе лә шартлыса. Ғаиләлә көс ҡулланыуға юл ҡуймауҙа, ҡанундарҙан бигерәк, тәү сиратта, кешеләрҙең бер-береһенә иғтибарлы мөнәсәбәте, эргә-тирәләгеләрҙең битараф, ғәмһеҙ булмауы һәм, һис шикһеҙ, көс ҡулланыу ҡорбаны булғандарға үҙ хоҡуғын яҡлап көрәшеүе ҙур роль уйнай.
Үҙ хоҡуғын яҡлап, яуыз иренә ҡаршы көрәшһә, түбәндәге Миләүшә исемле матур ҡатындың да ғүмере үкенесле булмаҫ ине, бәлки.
Был ваҡиға тураһында күрше ҡалаларҙың береһенә ҡунаҡҡа барғанда ишеткәйнем. Татыулығы, етеш йәшәүе менән бөтәһен дә һоҡландырып, хатта көнләштереп йәшәгән ғаиләлә булған хәлгә тәүҙә бер кем дә ышанмай. Ғәжәпләнерлек тә шул: һәр ваҡыт ҡултыҡлап, йә булмаһа етәкләп кенә йөрөткән ҡатынын ире сираттағы вахтанан ҡайтҡан төндә үк үлтерә һәм үҙенә ҡул һала... Ике студент ҡыҙын үкһеҙ йәтим ҡалдырып, бер төндә әсәй ҙә атай ҙа яҡты донъя менән хушлаша. Татыу ғаиләнең күрше-тирәһе тәүҙә ирле-ҡатынлы бандиттар ҡулынан һәләк булғандыр, тип уйлай. Әммә тикшереү шунда уҡ ирҙең тәүҙә ҡатынын, шунан үҙен үлтереүен асыҡлай.
Баҡһаң, ир ғүмер буйы ҡатынын ҡыҙғанған. Ошо көнләшеүе арҡаһында Миләүшәһен эшкә лә сығармаған. Тәү ҡарамаҡҡа ҡатын, эргә-тирәһендәгеләргә, ысынлап та, бик бәхетле булып күренгән. Тик тәҙрә төптәре гөл-сәскәгә күмелгән был йортта оҙаҡ йылдар ҡатындың туҡмалып йәшәүе тураһында күршеләре түгел, хатта үҙ ҡыҙҙары ла белмәй тиерлек. Алыҫ юлдан ҡайтҡан көндө үк ир йораты, кемде индерҙең, кемгә барҙың тип һорау алып, ғазаплап үсен ҡандырған да, ҡалған көндәрҙе яҡшы ир “битлеге”н кейеп үткәргән.
Үҫеп килгән ҡыҙҙары шикләнә башлағас, әсәләре төрлөсә аҡлана, әммә атайҙарының йәлләт икәнлеген әйтмәй. Иренең язалауҙары уның ҡайтҡан көнөндә, йәғни бер көн генә булыуына нисек тә түҙгән. Икенсе көнөнә тубыҡланып, ғәфү үтенәсәген, ҡатынына яңы төр миләүшә сәскәһен алып ҡайтасағын күҙ алдына килтереп, алдан уҡ ғәфү итә.
Балалар үҫкәс, был холҡо бөтөр, тип өмөтләнә тәүҙә. Ҙурайған ҡыҙҙары алдында шулай ҡыланмаҫ, оялыр, ҡурҡыр инде тип уйлай. Бер-бер артлы мәктәпте тамамлап, баш ҡалаға уҡырға ингәс, иренең ҡанһыҙлығы тағы ла арта.
Ҡатын был язалауҙарға шул тиклем өйрәнеп бөтә, хатта төнө буйы аяҡ-ҡулы бәйләнеп ятыуҙары, ваннала, туалетта бикләнеп ултырыуҙары уға бер ни тормай. Бер генә көн бит, бер генә көн тип үҙен тынысландыра.
Шулай ҙа һуңғы ваҡытта әсәһенең, туғандарының һораулы ҡарашын күтәрә алмай башлай ҡатын. Даими баш ауыртыуҙары, төндәрен йоҡлай алмауы, һаташып сығыуҙары ла үҙәгенә үтә. Көндәрҙән бер көндө, ҡыҙҙар ғына уҡып бөтһөн, айырыласаҡмын, тигән тигән ҡәтғи ҡарарға килә.
...Бөгөн ире сираттағы вахтанан ҡайтасаҡ. Уның ыҙалауҙарына элеккесә алдан әҙерләнә башланы. Ауыртыныуға түҙемлерәк булһын өсөн анальгетик ҡапты, йөрәк ярһыуынан төнәтмә эсте лә бер тәҙрәнән икенсеһенә йөрөп көтә башланы.
Шунда ғына иғтибар итте: тәҙрә төбөндә яңы гөл һауытына урын ҡалмаған. Миләүшәләрҙең ниндәй генә сорты юҡ унда: алһыу, күк, зәңгәр, шәмәхә төҫөндәгеләр. Һәр береһе унар-ун бишәр хатта. Улар араһында коллекция фиалкалары ла, сәнәғәт гөлдәре лә бар. Бөтәһе лә матур итеп, ҡуйы сәскә атҡан. Тик ни арала ҡатындың иң яратҡан аҡ төҫтәге “Кәләш гөлләмәһе” тип аталған сортлыһы һулыған!
Миләүшә, бер ҡасан да булмағанса, ҡалтыранырға тотондо. Иренең сираттағы язалауҙарынан ҡурҡып түгел, ә тиҙҙән ошо тәҙрә төбөндәге фиалкаларҙың бөтәһе лә һулыясағын күҙ алдына килтереп. Шунда уҡ ошо торошон бәхетһеҙлеккә юраны.
Юрағаны юш килә, ысынлап та, Миләүшәнең... Ошо төндә уны ире быуып үлтерә.
Миләүшә-гөл яратҡандар - үтә ныҡ хисле, хыялға бирелеүсән, юғары фекер йөрөткән, тоғро, ниндәй генә булһа ла, насармы-яҡшымы, үткән тормошон идеаллаштырырған, тыныс һәм йомшаҡ күңелле кешеләр, тиҙәр. Егерме йылға тиклем язалауҙарға дусар булған ҡатын ниндәй хыялдар ҡорҙо икән? Хәҙер был хаҡта бер кем дә белмәҫ тә инде...