Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
Тыйнаҡлының ҡулы эшләр, маҡтансыҡтың теле эшләр.
Тырнамаған тауыҡтың тамағы туймай.
Тырыш тәкә һуйғанда, байғош йүкә һуйған.
Тырыш эшкә һырышыр, ялҡау атҡа һырышыр.
Тырышҡан — моратына ирешкән.
Тырышҡай моратына етер, ялҡауҙың абруйы китер.
Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
Тырышҡан табыр, эшләгән ҡабыр.
Тырышҡан эшләр, тырышмаған нишләр?
Тырышҡан ярпайған, иренгән янтайган.
Тырышҡандың даны сыға, иренгәндең йәне сыға.
Тырышлыҡ — ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ — хурлыҡ.
Тырыштан тир кипмәҫ, ялҡауҙан сир китмәҫ.