Был ваҡиғаны күптән ишетһәм дә, йыш ҡына иҫкә төшөп, бала тауышының ҙур ҡөҙрәткә эйә булыуын иҫкәртеп тора. Уның шаһиты булыусы, күңел кисерештәрен тыя алмай, илай-илай һөйләгәйне, тетрәнеп тыңлағанғамы хәтергә ныҡ уйылып ҡалған.
Берҙән-бер ҡыҙының ауырға ҡалыуы тураһында хәбәрҙе аяҙ көндө йәшен атҡан һымаҡ ҡабул итә Заһир. Тәүҙә ышанмай ул, ҡатынының шаяртмағанлығын аңлағас, ҡапыл уның аяҡ аҫтындағы ер убыла ла, ул шул төпһөҙ упҡынға тәгәрәй. Күҙ алды ҡараңғыланып, бер нәмә күрмәҫ, ҡолағы иһә бер нәмә ишетмәҫ була, аяҡ-ҡулына ла үҙе хужа түгел. Шул хәлдә уны ҡара упҡын ҡосағына алды.
-Иҫенә килде, күҙен асты...- тине кемдер, уның сикәһенән, сәсенән йомшаҡ ҡына һыйпап. Текләп ҡараһа ла, Заһир уны таныманы. Томан пәрҙәһе ҡаплаған күҙе тоноҡ ҡына күрә күреүен, әммә үҙенең янындағы аҡ яулыҡлы, ап-аҡтан кейенгән ҡатынды бер ҙә таный алмай.
-Еҙнә, күрәһеңме мине? Еҙнә...- берҙән-бер балдыҙы икән дә сәсен һыйпаған. Ул - ауылдың маҡтаулы фельдшеры. Ауырыуҙарҙы дауалау - уның булмышы, яҡты донъя менән хушлашҡан кешене лә һауыҡтырып, аяғына баҫтырып ебәрә ул. Ҡулы ла, һүҙе лә шифа ғына уның. Йылмайыуы ғына ни тора! Кешелә ышаныс, өмөт уята, ауыртыу-һыҙланыуҙарҙы баҫа.
Заһир ҙа эргәһендә балдыҙын күргәс йылмайырға, уның ҡулын ҡыҫырға итте, йәнәһе лә, һин янымда булғас, эштәр улай уҡ насар түгел икән. Тик үҙе менән нимә булғанын һаман аңлай алмай ул. Аяҡ-ҡулы бығауланған һымаҡ, көс етерлек түгел. Ни тиклем хәтерләргә, иҫенә төшөрөргә маташһа ла, ни өсөн түшәккә йығылыуын аныҡ ҡына иҫләмәй. Урыҡ-һурыҡ нимәнелер иҫенә төшөрөргә маташты, әммә зиһене лә, ҡул-аяғы кеүек, иргә тулыһынса бойһонмай ине.
Шулай күпме ятҡандыр, үҙенә көс-хәл ингәнен тойғас, эргә-тирәһендәгеләрҙең тынғыһыҙланып тегеләй-былай йөрөгәнен асыҡ сырамытҡас ҡына, аяҡ осонда ҡара көйөп ултырған ҡатынын абайланы. Уның ныҡлап иҫенә килеүен күреп, яңынан һығылып илай башлаған ҡатынын йыуатырға уйланы:
-Ярай, ул ҡәҙәрем бөтөрөнмә инде, теремен бит, илама, - тип әйтә алды. Ҡәҙерлеһен шундай хәлдә беренсе тапҡыр күрә ине ул. Ап-аҡ йөҙөн ҡара һөрөм ҡаплаған, күп илауҙан күҙе ҡыҙарып шешенгән, бешкән сейә кеүек һутлы ирендәре күгәреп ҡымтылған, ныҡ көсөргәнештән муйын тамырҙары ҡарайып, ҡалҡып сыҡҡан.
Диванда балдыҙы, бажаһы ултыра, улар янынан ҡәйнәһе урын алған. Бөтәһенең дә йөҙөнә ҡара күләгә ятҡан. Уйламаған да шулай ҡапыл бөтәһен дә ҙур ҡайғыға һалғаны өсөн ғәфү үтенергә ауыҙын ғына асҡайны, яҡындары араһында Зиләһе-Зиләйлүге күренмәгәнлеген абайланы һәм... шунда ғына нәҡ ошо яратҡан ҡыҙының әлеге хәлгә төшөрөүен, үҙен түшәккә йығыуын аңлап ҡалды. Күкрәк тәңгәлендә көслө ауыртыу тойоп, ҡаты итеп ыңғырашты ла йәнә күҙен йомдо.
Миокард инфаркты тигән диагноз менән бер нисә ай дауаханала ятырға, реабилитация курсы үтергә тура килә уға. Палатаға дуҫтарын, туғандарын индерҙе, ә ҡатыны менән ҡыҙына рөхсәт итмәне, шылтыратыуҙарына ла яуап бирмәне. Икеһен дә ғәфү итә алманы ул. Ҡыҙын уның өмөттәрен аҡламағаны өсөн күргеһе килмәне. Ә ни өсөн ҡатынына күңеле иремәгәнен ир үҙе лә аңламаны.
Оҙаҡ көтөп алған бала булғанғамы, әсәһенә ҡарағанда үҙе нығыраҡ иркәләне, осондорҙо бит Зиләне, нимә теләне - бөтәһен дә алып бирҙе. Ҡыҙының матурлығына, һәләтенә һоҡланды, ғорурланды. Сәскә үҫтереүсе үҫентеләрен ел-ямғырҙан нисек аяһа, Заһир ҙа ҡыҙын шулай һаҡланы. Шуға ла ҡыҙы менән булған хәлгә күңеле ышанманы. Нисек инде, кисә генә ырғый-һикереп уйнап йөрөгән ҡыҙы балаға уҙһын ти?! Уҡыу алдынғыһы, спортсы, мәктәптең, ауылдың йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусыһы, йырсы, бейеүсе. Ниндәй фән буйынса олимпиадаға барһа ла урын алмай ҡайтмай ине. Тулҡынланып үҫкән оҙон ҡара сәсен тарап үреп, ҡыҙын ҡапҡа тышына тиклем мәктәпкә оҙатып ҡалыуына күп ваҡыт үттеме ни? Былар бөтәһе лә кисә генә булған кеүек тә баһа. Заһир бер ни аңлай алманы. Дөрөҫөрәге, ғорурлығы хәлде нисек бар шулай ҡабул итергә бирмәне. Палатала яңғыҙ ҡалған саҡтарында уның ап-аҡ стенаһына үҙенең артабанғы яҙмышын яҙырға маташты. Бөтә тормошон яңы биттән башлай алмағанын белһә лә, иртәгәһе көнөн мотлаҡ ҡыҙы Зиләһеҙ генә күрҙе.
Дауахананан ҡайтҡанында ҡыҙы өләсәһендә йәшәй ине. Ҡасандыр гөл-баҡса кеүек балҡып торған өйҙө ҡәбер һалҡынлығы баҫып алған. Тәҙрә төбөндәге сәскәләр һулып ҡойолған. Быға тиклем йыл әйләнәһенә йылылыҡ, яҡтылыҡ, нур һибеп торған тәҙрәләргә ауыр ҡорған эленгән.
Заһир бөтә асыуын ҡатынына төшөрҙө. Егерме биш йылға яҡын йәшәп, ҡул күтәреү түгел, ҡырын һүҙ ҙә әйтмәгән ҡатынына көн күрһәтмәй, бөтә ғәйепте уға ауҙара. Уның көндән-көн һулығанын күрһә лә, үсе ҡанмай. Балдыҙы апаһының яман сиргә дусар булыуын әйткәс кенә аҡылына килә. Ҡатынын ауыр хәлдә республика клиникаларының береһенә оҙатҡан көндә ҡыҙының балаға ауырып дауаханаға алып китеүҙәрен ишетә.
Ҡасандыр ике иң ҡәҙерле, ғәзиз булған кешеләре дауаханала булған көндәрҙә ир үҙенә урын таба алмай. Ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар кисергән йөрәге шартлар сиккә етә. Ҡыҙының үле бала тапһа ине тип тә теләй. Балаһын бала табыу йортонда ҡалдырыуын үтенергә лә уйлай. Ул теләгәнсә булһа, бөтәһе лә үҙ урынына ултырыр, ҡатыны ла төҙәлеп ҡайтыр, ҡыҙы уҡырға инер, тағы элеккесә бына тигән итеп йәшәп китербеҙ тип өмөтләнә.
Төрлөсә уйлап та, бер ни килтереп сыға алмағас, Заһир был хәлдән үҙ-үҙенә ҡул һалып ҡына ҡотолорға була тигән фекергә килә. Бау тотоп һарайға сыға ла бөтә тормошон күҙ алдына килтерә - илле йыл ғүмере бер секунд ваҡыт арауығына һыя. Бала сағы, йәшлек йылдар, ҡатыны менән һөйөшөп ҡауышҡан ваҡыт, ун биш йыл йәшәгәндән һуң, ҡыҙы Зиләнең тыуыуы, бөтә йортҡа нур таралыуы... Заһир күҙен йомдо, ошондай бәхетле мәлдәр кисерергә насип иткәне өсөн Аллаһу тәғәләгә рәхмәт белдерҙе лә элмәккә үрелергә уйлағанда ҡолағына яңы тыуған бала тауышы ишетелә. Һаташамдыр тип уйлай тәүҙә. Тауыш ихата яғынан килеүен аңлағас, бауын тартып алып ырғыта ла ҡаршы сыға. Ап-аҡ биләүгә биләгән сабыйын тотҡан ҡыҙы баҫып тора унда. Күпме шулай бер-береһенә текләп баҫып торғандарҙыр, атай ҙа, ҡыҙ ҙа белмәй. Был ҡараштарҙа бер-береһенән яратыу ҙа, күрә алмау ҙа, ғәфү үтенеү ҙә, кисереү ҙә, илау ҙа, һыҡтау ҙа, ғәрлек тә, ҡайғы ла, шатлыҡ та, бәхет сатҡылары ла бергә уҡмаша. Ни тиклем хәтерләргә, иҫләргә тырышып ҡараһа ла, Заһир ҡыҙының ҡулындағы аҡ төйөнсөктө нисек үҙ ҡосағына алғанын хәтерләмәй. Шуныһы ғына ныҡ иҫендә ҡалған: бәләкәй генә йомарламды ҡулына алыу менән тәүҙә бөтә тәне менән уның йылыһын тоя, бер аҙҙан ҡан тамырҙары буйлап йәшәү һуты таралғанын аңлай.
...Ҡатынын дауахананан өсәүләп ҡаршылайҙар: ҡыҙы, ейәне, үҙе. Бер йыл эсендә булған бәхетһеҙ көндәрҙе бер ҡасан да иҫкә алмаҫҡа һүҙ ҡуйыша улар.