TikTok Рәсәйҙә 2019 йылға йомғаҡ яһаны һәм илдәге иң популяр контент булдырыусыларҙы атаны. Өфө рәссамы һәм скульптор-миниатюрист Салават Фидаи Рәсәй сегментында иң яҡшы автор тип танылды, тип хәбәр итте «Мел».
Скульпторҙың роликтары бик ҡыҫҡа – 1 минутҡа тиклем. Инстаграмда Салауат Фидаиҙың 767 яҙылыусыһы бар. Яңы геройҙар өҫтөндә эшләү барышы төшөрөлгән роликтар йыш яңыртыла: бәләкәс Йода, клоун Пеннивайз, Төн короле, тимер тәхет, аждаһалар, ҡанатлы аттар.