Һуңғы йылдарҙа районда ауылдарҙы йәнләндереүгә ҙур иғтибар бирелә. Өҫтөнлөклө проекттар буйынса тармаҡ белгестәре йәлеп ителә, тораҡ пункттар төҙөкләндерелә. Фермер хужалыҡтары, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа үҫеш мөмкинлектәре киңәйә. Районда бөгөн игенселек, малсылыҡ, йылҡысылыҡ, ҡошсолоҡ, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ йүнәлешендә 75 фермер хужалығы иҫәпләнә. Хәҙерге көндә шулай уҡ һәм башҡа төр менән шөғөлләнергә лә теләгәндәргә юл асыҡ.
Милли проекттарҙы, грант программаларын һәм урындағы башланғыстарға ярҙам күрһәтеү программаһын тормошҡа ашырыу барышында ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн беренсе тапҡыр 1 миллиард һум самаһы аҡса бүленде. Быйыл да уларҙы финанслау элекке кимәлдә һаҡлана.