ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 20:07

Бындай саралар булғаны юҡ әле

Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе яңғыраны

Президент быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә социаль мәсьәләләргә баҫым яһаны. Уның сығышындағы күп тезистар тарихҡа инәсәк. Демографияла көрсөктө еңеү, граждандарҙың килемен ысынбарлыҡта арттырыу, балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, мәғариф системаһын модернизациялау кеүек бик юғары маҡсаттар ҡуйылды. “Әсәлек капиталы” программаһын кәмендә 2026 йылға тиклем оҙайтыу, беренсе балаға ла биреү, уның күләмен арттырыу, өсөнсө бала тапҡандарға ипотека өсөн 450 мең һум түләү, Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләргә ете йәшкә тиклем пособие тәғәйенләү, башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыу, класс етәкселәренең эш хаҡына өҫтәмә кеүек тәҡдимдәр бик мөһим. Владимир Путин билдәләгән социаль сәйәсәт өлкәһендәге саралар миллионлаған Рәсәй ғаиләләре мәнфәғәтенә ҡағыла.
Читайте нас: