“Башинформ” мәғлүмәт агентлығының конференция залында Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы тантаналы сара үтте. Һөнәри байрамға йыйылғандарҙы БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ҡотланы һәм рәхмәтен белдерҙе, журналист һөнәренең ижтимағи әһәмиәтен, һүҙенең көсөн билдәләне. Уның әйтеүенсә, Башҡортостан журналистары командаһы - Рәсәй буйынса иң яҡшылар иҫәбендә.
Тантанала йыл дауамында лайыҡлы эшләгән ваҡытлы матбуғат, полиграфия, нәшриәт һәм электрон мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә Маҡтау грамоталары тапшырылды. Шулар араһында райондың “Путь Октября” гәзите редакцияһының булыуы ҡыуаныслы. Баҫма Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған конкурста өсөнсө дипломы менән бүләкләнде.
Сараның икенсе өлөшө Башҡортостан дәүләт опера һәм балет театрында дауам итте. Республиканың төрлө төбәгенән килгән филиал директорҙары, баш мөхәррирҙәр үҙ-ара аралашты, тәжрибә уртаҡлашты, киләсәккә план ҡорҙо. Бында ла хеҙмәт алдынғыларын билдәләп үттеләр. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Венера Хәкимова бөтәһен дә тәбрикләп, рәхмәт белдерҙе, киләсәктә лә уңышлы эш, ижади ҡаҙаныштар теләне.