Президент Владимир Путин Израилгә сәфәре барышында Рәсәйҙә наркотиктар контрабандаһы өсөн хөкөм ителгән Наама Иссахарҙың әсәһе менән осрашты.
Наама Иссахарҙы 9 апрелдә Мәскәүҙең “Шереметьево” аэропортында тотҡайнылар. Тикшереү барышында уның әйберҙәре араһында 9,6 грамлыҡ наркотик матдә табалар. Суд ҡыҙҙы 7,5 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығара.
Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяху Иссахарҙың эше буйынса Владимир Путин менән алдан фекер алышты. Әммә Рәсәй Президенты менән осрашҡанда Наама Иссахарҙың әсәһе ҡыҙҙы ярлыҡау мәсьәләһен күтәрмәне.