Был - вегетатив-ҡан тамырҙары нейропатияһы. Ауырыу нервылар зыян күргәндә барлыҡҡа килә. Нервыны туҡландырыусы һәм һаҡлап тороусы тышҡы ҡатламы зыян күрә. Шул урында ҡысытҡан, әсеткән, сәнскән, ауыртҡан һымаҡ тойола. Күберәге улар үксәлә була, сөнки иң оҙон нервы шунда бара. Ауырыуҙың үҫешенә шәкәр диабеты ваҡытында оҙаҡ ваҡыт ҡанда шәкәр күләменең юғары булыуы, төрлө йәрәхәт, ҡан тамырҙары атеросклерозынан аяҡтарҙа ҡандың насар йөрөүе, алкоголде күп ҡулланыу, зарарлы производствола эшләү ҙә йоғонто яһай. Шуға күрә беренсе сиратта ауырыуҙың сәбәбенән ҡотолоу мотлаҡ, йәғни ҡандағы шәкәр күләмен нормаға килтерергә, алкоголдән баш тартырға - сәбәбен табип асыҡларға тейеш. Был ауырыуҙан В төркөмө витаминдары файҙалы - врач тейешле дауалау саралары тәғәйенләй. Һөҙөмтәле дауаланыу өсөн невропатологҡа, эндокринологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.